Размер шрифта: A A A Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х
Вход |Включить версию для слабовидящих
Сведение об ОУ
Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 44
Форма входа
Главная » 2017 » Февраль » 16 » Шәфҡәтлерәк булайыҡ!
14:08
Шәфҡәтлерәк булайыҡ!

         Уҙып киткән аҙна «Ирәндек» лицейында «Шәфҡәтлелек» аҙнаһы тип иғлан ителгән ине. Уҡыусыларҙың лицейҙа башҡарылған бар эштәре лә   «Изгелек эшлә» девизы аҫтында үтте. Бик күп дәрестәрҙә, класс сәғәттәрендә, кластан тыш сараларҙа изгелек һәм яуызлыҡ, шәфҡәтлелек тураһында әңгәмәләр ойошторолдо, осрашыуҙар булып үтте. Башҡорт һәм урыҫ теле дәрестәрендә иншаларҙа ла ошо тема яҡтыртылды. Хеҙмәт һәм рәсем дәрестәрендә бәләкәйҙәр Гөлнара Йәнғәле ҡыҙы Дәүләтбирҙина етәкселегендә изге йәнле йөрәктәрҙән  торған күргәҙмә эшләп ҡуйҙылар.

          Аҙналыҡ  1кластан 11 класҡа тиклем ошо темаға арналған класс сәғәттәре менән башланып китте. Ә 4 б класында Фатима Бәҙғетдин ҡыҙы Әхмәҙиева тарафынан әҙерләнгән  «Изгелек һәм яуызлыҡ» тип аталған класс сәғәте асыҡ тип иғлан ителде. Был дәрескә дүртенселәр үҙҙәренең шефтары – 8 б класы уҡыусыларын да саҡырҙы. Төп ҡунаҡ – мөмкинселектәре сикләнелгәндәр йорто етәксеһе ярҙамсыһы Минзә Исҡужа ҡыҙы Латипова  ине. Дәрестә балалар  тормошта осрай торған ауыр хәлдәр менән экранда осрашып тетрәнделәр, унан сығыу юлдарын бергәләп эҙләнеләр. Башҡорт һәм урыҫ халыҡ әкиәттәренең ыңғай һәм кире геройҙары менән тағы бер тапҡыр осраштылар, уларҙың ҡылыҡтарын  баһаланылар, һығымталар сығарҙылар. Ошо темаға мәҡәлдәр, әйтемдәр иҫкә төшөрөлдө. Һәр бала үҙ фекерен әйтеп ҡалырға тырышты.          Минзә Исҡужа ҡыҙы уҡыусыларға ҡалалағы һәм республикалағы ғәриптәр ойошмалары һәм ундағы башҡарылған эштәр тураһында бәйән итте. Ул шулай уҡ балаларҙы тормош тарафынан ҡыйырһытылған, мөмкинселектәре сикләнгән кешеләргә ҡарата иғтибарлыраҡ, ярҙамсыл булырға өндәне. Уҡыусыларҙың тырышып уҡып, илебеҙгә кәрәкле кешеләр булып үҫеп етеүен дә теләне. Балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған бик күп һорауҙарға яуаптар алдылар һәм, Минзә Исҡужа ҡыҙына рәхмәт әйтеп, уға һаулыҡ һәм шәфҡәтлелек менән бәйле булған эшендә уңыштар теләнеләр.

                  Дәрес аҙағына балалар үҙҙәренең дә был донъяны әҙ генә булһа ла яҡшы яҡҡа үҙгәртерлек көскә эйә икәнлектәренә ышанып: «Тик изге эштәр генә эшләргә һәм гел матур,  яғымлы һүҙҙәр ҡулланып һөйләшергә кәрәк икән», - тигән дөйөм фекергә килеп таралдылар.

          Шулай уҡ лицейҙа аҙна буйына уҡыусылар социаль педагог Татьяна Николай ҡыҙы Иван етәкселегендә приютта йәшәгән мохтаж балалар өсөн әйберҙәр йыйҙылар. Был эш һаман да дауам итә. Юғары класс уҡыусылары үҙҙәренең шефҡа алған һуғыш ветерандары янына хәл белергә барып ҡайттылар.

                                               Әхмәҙиева Ф. Б.,башланғыс кластар уҡытыусыһы.

Просмотров: 158 | Добавил: Irandiksibay | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Форма входа




Поиск
Календарь
«  Февраль 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728
Архив записей
Друзья сайта
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz
  • Copyright MyCorp © 2018
    Сайт управляется системой uCoz