Размер шрифта: A A A Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х
Вход |Включить версию для слабовидящих
Сведение об ОУ
Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 55
Форма входа
Главная » 2018 » Февраль » 12 » Әһәмиәтле сара
11:16
Әһәмиәтле сара

Бына балаларҙың оҙайлы ҡышҡы каникулдары ла артта ҡалды. Уҡыусылар һәм уҡытыусылар ең һыҙғанып эшкә тотондолар. “Ирәндек” лицейында ла тап ошо мәлдә “Мин ағасты һаҡлайым” исемле акция иғлан ителде. Һәр синыф, һәр бала үҙ өлөшөн индерергә тырышып макулатура йыйырға кереште. Иҫке ҡағыҙ йыйнау - урманды һаҡлап алып ҡалыу икәнен балалар бик яҡшы аңлай ине. Көндәр һыуыҡ булыу сәбәпле акция оҙайтылды. Көндәр йылынып, балалар мәктәпкә килеү менән, 30 ғинуар көнө һәр класс йыйған макулатураһын тапшырырға тотондо. Һәр синыф әүҙем ҡатнашты. Бигерәк тә, 1б класы уҡыусылары класс етәкселәре Фатима Бәҙғетдин ҡыҙы һәм ата-әсәләр менән айырылып торҙо. Улар ҙур әүҙемлек күрһәтеп 413 кг макулатура тапшырып еңеүгә өлөгәштеләр. Ойоштороусылар еңеүселәргә “Мир” кинотеатрына билеттар бүләк иттеләр. Башҡа синыф уҡыусылары ла ҡалышманы. 3б коллективы – 265 кг макулатура тапшырып, II урынды яулаһа, 2a класы уҡыусылары 253 кг йыйнап, III урынға сыҡтылар. Уларҙы ойоштороусылар өҫтәл уйыны менән бүләкләнеләр. Шулай уҡ 3а, 1а, 2б, 10-сы класс уҡыусыларын билдәләп үтке килә. Һәммәһе 2974 кг макулатура йыйып тапшырылды. Ә был 30 төп ағасты ҡырҡыуҙан һаҡлап ҡалыу. Был акцияла ҡатнашҡан һәр балаға, ата-әсәгә, уҡытыусыларға, тыуған тәбиғәттебеҙҙе ҡотҡарыуҙа, һаҡлауҙа өлөш индергән һәр кешегә рәхмәт белдерәһе килә. “ Тирә-йүнде һаҡлау” йылына лицей уҡыусылары шундай әһәмиәтле йомғаҡ яһаны.
Нурасова Шәүрә Салауат ҡыҙы, башланғыс кластар

Просмотров: 9 | Добавил: Irandiksibay | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Форма входа




Поиск
Календарь
«  Февраль 2018  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
   1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728
Архив записей
Друзья сайта
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz
  • Copyright MyCorp © 2018
    Сайт управляется системой uCoz